Уҡыу фәненең күләме һәм эш төрҙәр

Йөкмәткеһе

УҠЫУ – УҠЫТЫУ ФӘНЕНӘН ПРОГРАММАНЫҢ ПАСПОРТЫ

УҠЫУ ФӘНЕНЕҢ ТӨҘӨЛӨШӨ ҺӘМ ЙӨКМӘТКЕҺЕ

БАШҠОРТ ТЕЛЕ» УҠЫУ ФӘНЕНЕҢ ЭШ ПЛАНЫ ҺӘМ ЙӨКМӘТКЕҺЕ

УҠЫУ ПРОГРАММАҺЫН ТОРМОШҠА АШЫРЫУ ӨСӨН ШАРТТАР

5. ПРОГРАММА БУЙЫНСА АЛЫНҒАН БЕЛЕМДӘРҘЕ ТИКШЕРЕҮ ҺӘМ БАҺА БИРЕҮ

1. УҠЫУ – УҠЫТЫУ ФӘНЕНӘН ПРОГРАММАНЫҢ

ПАСПОРТЫ ДББФ.10 БАШҠОРТ ТЕЛЕ

Уҡыу – уҡытыу фәненән программаны ҡулланыу өлкәһе

«Башҡорт теле» фәненән программа урта профессиональ белем биреүҙең түбәндәге йүнәлештәге һөнәр төркөмө өсөн белем биреүҙең региональ дәүләт стандартына һәм базис уҡыу программаһына нигеҙләнгән төп һөнәри белем биреү программаһының бер өлөшө булып тора:

270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.

Урта профессиональ белем биреүҙең дәүләт учреждениеларының туған телде өйрәнеүсе төркөмдәрендә ҡулланыла ала.

1.2. Төп профессиональ белем биреү программаһы төҙөлөшөндә уҡыу фәненең урыны: дөйөм базалы белем фәндәр төркөмө.

1.3. Уҡыу фәненең маҡсаты һәм бурыстары – фәнде үҙләштереү һөҙөмтәләренә талаптар.

Фәнде үҙләштергәндән һуң студент:

- үҙ телмәрен телдең коммуникатив, этик нормаларына нигеҙләп мәҙәни телдә аралашыу;

- уй - фекерен яҙма рәүештә лә, телдән дә асыҡ, грамоталы, йәнле һәм матур яңғырашлы итеп асып биреү;

- һайлаған һөнәре буйынса туған телдә иркен мәҙәниәтле һөйләшеү, профессиональ терминдарҙы башҡорт телендә дөрөҫ ҡулланыу һәм грамоталы яҙыу;

- төрлө сығанаҡтарҙы файҙаланып материал туплай, уларҙы стилистик, орфографик, пунктуацион яҡтан тикшерә белеү;

- телдең тасуири сараларын урынлы ҡулланыу;

- уҡылған һәм тыңланған текстың йөкмәткеһен план – тезис, конспект, аннотация, доклад рәүешендә биреү;

- цитаталарҙы урынлы ҡуллана, тексты редакторлай һәм анализлай алыу күнекмәләренә эйә булырға тейеш;

- туған телдең профессиональ белем алыуҙағы урынын, билингвизм шарттарында туған телдең ролен;

- туған тел төҙөлөшөн, лексикаһының төп составын;

- туған телдәге һүҙлектәрҙе;

- әҙәби телдәге орфоэпик, һүҙьяһалыш, грамматик, лексик, орфографик, пунктуацион нормаларын;

- туған телдәге һүҙ төркөмдәрен, уларҙың грамматик үҙенсәлектәрен;

- текст редакторлау алымдарын белә.

1.4. Уҡыу фәнен өйрәнеүгә тәҡдим ителгән сәғәттәр һаны:

- максималь сәғәттәр һаны – 113 сәғәт, шул иҫәптән:

- аудиторияла үткәрелергә тейешле мотлаҡ уҡыу йөкләмәһе – 78 сәғәт,

- үҙ аллы эштәр – 35 сәғәт.

УҠЫУ ФӘНЕНЕң ТӨҘӨЛӨШӨ ҺӘМ ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Уҡыу фәненең күләме һәм эш төрҙәре

Уҡыу – уҡытыуҙа эш төрҙәре Дәрестәр күләме
Максималь уҡыу йөкләме (бөтәһе)
Аудиторияла үткәрелергә тейеш мотлаҡ уҡыу йөкләмәһе (бөтәһе)
Шул иҫәптән:
Ғәмәли дәрестәр
Тикшереү эштәре
Йомғаҡлау аттестацияһы өлгөһө – рубеж контроле (I семестр), дифференциаль зачет (II семестр.)
Үҙ аллы эштәр (бөтәһе):
Ижади эш: тыуған яҡтың тел үҙенсәлеге тураһында сығыш әҙерләү. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Өй эше: дәреслектең 10- сы күнегеүҙә күрһәтелгән ситуацияларҙың береһенә миҫал яҙыу. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Өй эше: һайланған тексты тасуири уҡырға әҙерләнеү. Тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереүгә йүнәлтелә. Өй эше: башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен яҙып алыу. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Өй эше: башҡорт теленең фразеологик һүҙлегенән буласаҡ һөнәргә ҡағылышлы фразеологизмдар яҙыу. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Ижади эш: 3-4 минутлыҡ ҡотлау телмәре әҙерләү: һәйкәл асыу йәки ниндәйҙер танылған шәхесте юбилейы менән ҡотлау. Башҡорт халыҡ әкиәтен тасуири һөйләү, әңгәмә үткәреү. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Өй эше: Башҡорт балалар фольклорынан иркәләү – кесерәйтеү ялғауҙары булған исемдәрҙе яҙыу. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Ижади эш: «Минең күңелле көнөм» темаһына сифаттар ҡулланып спорт байрамы тураһында һүрәтләмә яҙыу. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Фәнни – тикшеренеү эше: «Минең ауылым (ҡалам) тарихы» темаһына фәнни - тикшеренеү эшен яҙыу. Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелә. Фәнни – тикшеренеү эше: «Минең шәжәрәм» темаһына фәнни - тикшеренеү эшен яҙыу. Үҙ быуыныңдың тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелә. Өй эше: бирелгән рәүештәргә морфологик тикшереү яһау. Алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә. Өй эше: Ҡылымға ЛММ төҙөү. Тема буйынса алынған белемде нығытыуға йүнәлтелә.                          

2.2. «БАШҠОРТ ТЕЛЕ» УҠЫУ ФӘНЕНЕҢ ТЕМАТИК ПЛАНЫ ҺӘМ ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Бүлектәр һәм темалар исемлеге Уҡыу материалының йөкмәткеһе, ғәмәли эштәр, үҙ аллы эштәр Сәғәттәр күләме Үҙләштереү кимәле
1-се бүлек. Башҡорт теле тураһында фән.    
Тема 1.1 Тел тураһында төшөнсә Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Тел - аралашыу сараһы һәм милли мәҙәниәттең йәшәйеш формаһы. Тел-ижтимағи күренеш. Тел - үҫеүсе күренеш. Система булараҡ тел. Башҡорт тел ғилеменең бүлектәре. Телдең төп берәмектәре
Ғәмәли эштәр: 4-се таблицаны конспектлау һәм тема буйынса күнегеүҙәр эшләү. «Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте», - Өфө: Китап, 2008  
Тема 1.2 Бөгөнгө донъяла башҡорт теле Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Бөгөнгө донъяла телдәр. Уларҙың ғаиләләргә бүленеше. Башҡорт теленең төрки телдәр ғаиләһендәге урыны. Бөгөнгө донъяла башҡорт теле
Ғәмәли эштәр: «Төрки телдәрҙең бүленеше» карточкаһы менән эш  
Тема 1.3 Башҡорт теленең диалекттары Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Телдең төп нормалары. Диалект тураһында төшөнсә. Көньяҡ, төньяк-көнбайыш һәм көнсығыш диалекттары
Ғәмәли эштәр: карточкалар менән эш  
Тема 1.4 Башҡорт диалекттарының башҡорт әҙәби теленә мөнәсәбәте   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Башҡорт һөйләштеренең һүҙ байлығы. Башҡорт диалекттарының башҡорт әҙәби теленә мөнәсәбәте
  Ғәмәли эштәр: һүҙлектәр менән эш    
Тикшереү эше: телмәр мәҙәниәте буйынса беренсел тикшереү эше
Үҙ аллы эштәр: Тыуған яҡтың тел үҙенсәлеге тураһында сығыш яһарға
2-се бүлек. Тел һәм телмәр    
Тема 2.1 Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Аралашыу телмәре. Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 2.2. Текст төҙөлөшөнөң мәғәнәүи сифаттары Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Текст төҙөлөшөнөң мәғәнәүи сифаттары
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе үтәү  
Тема 2.3. Телмәрҙең функциональ -мәғәнәүи төрҙәре   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Телмәрҙең функциональ - мәғәнәүи төрҙәре. Һүрәтләү, фекерләү, хикәйәләү
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе үтәү, 8-се таблицаны уҡыу һәм һөйләү  
Тема 2.4. Телмәр стилдәре һәм тел саралары   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Стилистика. Телмәр стилдәре. Йәнле һөйләү, фәнни, рәсми-эш, публицистик, нәфис әҙәбиәт стилдәре. Телдең лексик һәм грамматик саралары
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе үтәү, 9-сы, 10- сы таблицаларҙы уҡыу һәм һөйләү. Мәғариф өлкәһендәге эш ҡағыҙҙары өлгөләрен яҙыу  
Тикшереү эше: «Тел һәм телмәр» темаһы буйынса контроль-үлсәү эше
Үҙ аллы эштәр: 10- сы күнегеүҙә күрһәтелгән ситуацияларҙың береһенә миҫал яҙырға. «Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте», - Өфө: Китап, 2008
3-сө бүлек Телмәр мәҙәниәте    
Тема 3.1. Телмәр мәҙәниәте төшөнсәһе   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Телмәр мәҙәниәте төшөнсәһе. Телмәрҙең дөрөҫлөгө, таҙалығы, теүәллеге. Тасуирилығы, байлығы, урынлы булыуы.Телдең лексик һәм грамматик саралары
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе үтәү  
Үҙ аллы эштәр: Һайланған тексты тасуири уҡырға әҙерләнеү    
Тема 3.2. Телмәр этикеты   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Телмәр этикеты. Тексҡа лингвостилистик анализ. Тема. Композиция. Тел һүрәтләү саралары      
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү
Тикшереү эше: «Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ» - дәреслектәге һорауҙар буйынса телдән тикшереү  
4-се бүлек. Лексика һәм фразеология      
Тема 4.1 Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе         Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Телдең лексик системаһында һүҙ. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнә. Күп мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар, синонимдар, антонимдар һәм паронимдар. Антитеза тураһында төшөнсә          
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү, һүҙлектәр менән эш    
Үҙ аллы эштәр: Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен яҙып алыу    
Тема 4.2. Башҡорт теленең лексикаһы       Уҡыу материалының йөкмәткеһе: килеп сығышы яғынан башҡорт теленең лексикаһы. Ҡулланылыш күҙлегенән лексика. Актив һәм пассив һүҙлек запасы. Һүҙгә лексик анализ
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
    Ғәмәли эштәр: үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Тикшереү эше: рубеж контроле
Тема 4.3. Фразеология, ҡалыптар (клише), телмәрҙә этикет һүҙҙәре   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Фразеология, ҡалыптар(клише), телмәрҙә этикет һүҙҙәре. Лексик һәм фразеологик һүҙлектәр. Тасуирилыҡтың лексик саралары
Ғәмәли эштәр: Бала тәрбиәләү тураһында фразеологизмдар, мәҡәлдәр яҙыу  
Тикшереү эше: «Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ». Дәреслектәге һорауҙар буйынса телдән тикшереү. Т – 1, 121 – се бит
Үҙ аллы эштәр: Башҡорт теленең фразеологик һүҙлегенән буласаҡ һөнәргә ҡағылышлы фразеологизмдар яҙыу.
5- се бүлек. Фонетика һәм орфоэпия. Графика һәм орфография.    
Тема 5.1. Телмәр өндәре. Һүҙгә фонетик тикшереү эше     Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Телмәр өндәре. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең классифика -цияһы. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр өлкәһендә фонетик күренештәр: редукция, протеза, эпентеза, элизия. Ассимиляция һәм диссимиляция. Орфоэпик нормалар. Һүҙгә фонетик тикшереү эше.
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 5.2. Орфографик ҡағиҙәләр   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Орфографик ҡағиҙәләр. Башҡорт теленең орфографик принциптары.
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тикшереү эше: һүҙлек диктанты.
Үҙ аллы эштәр: 3 - 4 минутлыҡ ҡотлау телмәре әҙерләү: һәйкәл асыу йәки ниндәйҙер танылған шәхесте юбилейы менән ҡотлау.  
6-сы бүлек. Морфема һәм һүҙьяһалыш    
Тема 6.1. Һүҙ составы       Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш ысулдары. Ҡыҫҡартыу юлы менән яһалған һүҙҙәр, уларҙың дөрөҫ яҙылышы.    
Ғәмәли эштәр: уҡытыусы тарафынан билдәләнгән тәрбиә терминдарына этимологик анализ яһау  
7-се бүлек Морфология һәм дөрөҫ яҙылыш    
Тема 7.1. Исем Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Исемдәрҙең лексик – семантик категориялары. Иркәләү - кесерәйтеү ял -ғауҙары. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреүе. Эйәлек, хәбәрлек категорияларын стилистик ҡулланыу үҙенсәлектәре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы    
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Үҙ аллы эштәр: Башҡорт балалар фольклорынан иркәләү – кесерәйтеү ялғауҙары булған исемдәрҙе яҙыу    
Тема 7.2 Исемдәрҙең яһалышы   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Исемдәрҙең яһалышы. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Исемдәрҙе морфологик тикшереү
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 7.3 Сифат тураһында дөйөм төшөнсә Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Сифат тураһында дөйөм төшөнсә. Сифаттарҙың яһалышы, уларҙың дөрҫ яҙылышы. Сифаттарҙың исем урынында ҡулланылыуы
  Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү
Тема 7.4 Сифат дәрәжәләре Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Сифаттарҙы морфологик тикшереү    
  Ғәмәли эштәр: «Әсәкәйем – күҙ нурым» темаһына һүрәтләмә яҙыу
Үҙ аллы эштәр: «Минең күңелле көнөм» темаһына сифаттар ҡулланып спорт байрамы тураһында һүрәтләмә яҙыу
  Тикшереү эше: изложение
Тема 7.5 Һан тураһында дөйөм төшөнсә Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Һан тураһында дөйөм төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы    
  Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү
Тема 7.6 Һан төркөмсәләре Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Һан төркөмсәләре. Нумератив һүҙҙәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Һандарҙы морфологик тикшереү    
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектә күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Үҙ араллы эштәр: «Минең ауылым (ҡалам) тарихы» темаһына фәнни – тикшеренеү эшен яҙыу
Тема 7.7 Алмаш тураһында дөйөм төшөнсә Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Алмаш төркөмсәләре. Алмаштарҙы стилистик ҡулланыу, уларҙың дөрөҫ яҙылышы
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектеге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 7.8 Алмаштарҙың үҙгәреше Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Алмаштарҙың һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреше. Алмаштарҙы морфологик тикшереү
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Үҙ аллы эштәр: «Минең шәжәрәм» темаһына фәнни – тикшеренеү эшен яҙыу
Тема 7.9 Рәүеш тураһында төшөнсә Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Рәүеш тураһында төшөнсә. Уларҙың яһалышы, дөрөҫ яҙылышы
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 7.10 Рәүеш тураһында төркәмсәләр Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Рәүеш төркөмсәләре. Сифаттарҙың рәүешт урынында ҡулланылыуы. Рәүештәрҙе морфологик тикшереү
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Үҙ аллы эштәр: Бирелгән рәүештәргә морфологик тикшереү яһау
Тема 7.11 Ҡылым тураһында дөйөм төшөнсә   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Ҡылым тураһында дөйөм төшөнсә. Уларҙың яһалышы. Ҡылым һөйкәлештәре  
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 7.12 Ҡылым төркөмсәләре   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Ҡылым төркөмсәләре. Ҡылым йүнәлештәре. Ҡылымдарҙы морфологик тикшереү
Ғәмәли эштәр: тема буйынса дәреслектәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 7.13 Ҡылым күләмдәре   Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Ҡылым күләмдәре, рәүешлеге (модаллеге), стилистик мөмкинлектәре
Ғәмәли эштәр: тема буйынса өҫтәлмә әҙәбиәттәге күнегеүҙәрҙе телдән һәм яҙып эшләү  
Тема 7.14 Ҡылымдарҙы морфологик тикшереү Уҡыу материалының йөкмәткеһе: Ҡылымдарҙы морфологик тикшереү
Үҙ аллы эштәр: Ҡылымға ЛММ төҙөү
  Ғәмәли эштәр: үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Тикшереү эше: бөтә үтелгәндәр буйынса дифференциаль зачет
Бөтәһе    
               

Прочитайте также: